Все новости
Иман
3 Мая 2022, 09:47

Ҡаушап торманылар

Əссəлəмү ғəлəйкүм, хөрмəтле мосолман ҡəрҙəштəр! Яҡшымбəт ауыл мəсетендə үткəн, ауыл мөслимə ҡатын-ҡыҙҙары, балалар өсөн, "Айыҡ Ауыл - 2021" конкурсы сиктəрендə, "Балалар - беҙҙең килəсəк" тип аталған намаҙ уҡыу тəртибе, яттан сүрəлəр һөйлəү буйынса бəйге тураһында һүҙем.

Ҡаушап торманылар
Ҡаушап торманылар

1-се урынға - Абдул ауылынан Самира Усманова лайыҡ булды.
2-се урынды Яҡшымбəт ауылынан Денис Насыров һəм Дилара Аҙнабаева бүлеште. 3-сө урын Яҡшымбəттəн Самира Уразбахтина, Ислам Исхаҡов, Айнур Басыров һəм Абдулдан Ализа Разяповаға бирелде.
Ҡатнашыусылар араһында 5 йəшлек бəлəкəстəрҙе лə күреп һөйөндөк: Алтынай һəм Наҙгөл Аҙнабаевтар, Рамаҙан һəм Радмир Басыровтар, Фəринə Аҙнабаева.
Конкурста ҡатнаша алмаған балалар ҙа булды, шуға күрə килəсəктə был сараларҙы тағы ла үткəрергə ниəтлəйбеҙ.

Фарход АҘНАБАЕВ, Яҡшымбəт ауыл мəсете имам-хатибы

Сара тураһында хат тулы килеш үткән йома һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: