Все новости
Иман
3 Мая 2022, 08:52

Табын мул, күңелдә - нур

Яҡуп ауылы "Зөлхиә" мәсетендә кисә ғәйет намаҙына ураҙала булған, динебеҙҙе хөрмәт иткәндәр йыйылды.

Табын мул, күңелдә - нур
Табын мул, күңелдә - нур

Илсаф хәҙрәт менән Азат хәҙрәт ғәйет намаҙын уҡығандан һуң, йыйылған халыҡҡа вәғәздәр әйтеп, изге айҙа изге теләктәрен еткерҙе!
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары мул табын әҙерләнгән ине. Умарова Рәсимә Искәндәр ҡыҙы балалары менән һәм Туйгилдиндар Самат менән Гөлшат балалары менән килгән халыҡты тәмле былау менән һыйланы.
Барыбыҙға ла иҫәнлек, һаулыҡ теләйбеҙ, илдәр имен булһын!!!

Альбина Искәндәрова, Яҡуп ауылы 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: