Все новости
Иман
12 Мая 2022, 10:45

Ҡөръәнде яттан кем яҡшыраҡ белә?

Күмертауҙың дини-мәҙәни үҙәгендә бөгөн энә төртөр ҙә урын юҡ.

Ҡөръәнде яттан кем яҡшыраҡ белә?
Ҡөръәнде яттан кем яҡшыраҡ белә?

Күмертау, Көйөргәҙе, Мәләүез, Күгәрсен, Стәрлетамаҡтан килгән әллә күпме гүзәл зат менән тулған. Бөгөн бында муниципаль-ара Ҡөръән ятлаусылар бәйгеһе. Һәммәһе 50-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ һананыҡ, йәштәре төрлө, һөнәрҙәре төрлө, уларҙың барыһын дин берләштерә.

Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Айнур Ҡәҙимов, сараны асып, ошолай тине:
- Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Һеҙ - әсәләр, апайҙар, һылыуҙар, ҡәйнәләр, өләсәйҙәр - беҙҙең динде, әхлаҡты, дөрөҫ тәрбиәне бирә-тарата торған иң изге сығанаҡ. 
Ҡөръән ятлаусыларҙы баһалар өсөн махсус жюри ҙа бар. Аҙаҡ урындар билдәләнәсәк. Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тиҙҙән буласаҡ дини һабантуйҙа тапшырыла.   
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: