Все новости
Иман
14 Мая 2022, 12:01

Үрге Бабаларҙа - яңы мәсет

Дингә ҡағылышлы һәйбәт яңылыҡтар ныҡ күбәйҙе, Аллаға шөкөр, яңы көн тыуып тора, яңы һөйөнөс көтөп тора. 

Үрге Бабаларҙа - яңы мәсет
Үрге Бабаларҙа - яңы мәсет
18 майҙа Үрге Бабалар ауылында яңы мәсеткә нигеҙ һалына башлаясаҡ. Дингә, ауылға, халыҡ яҙмышына битараф булмағандар эште башлағандар ҙа инде - урынын таҙартып ҡуйғандар.
Һәммә ошоно уҡыған кеше, кемдең ваҡыты бар, ҡулынан килә, теләге ҙур - барыһын да өмәгә көтөп ҡалабыҙ тип хәбәр иттеләр беҙгә. Хәйерле сәғәттә булыр был эш. Тулыраҡ репортаж киләһе һанда яҙылыр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: