Все новости
Иман
18 Мая 2022, 15:05

Былар булдырыр

"Беләм инде ер эшен" тигән ти берәү туғаныңды күмешергә ҡайтмайһыңмы ни тип һорағас. 

Былар булдырыр
Былар булдырыр

Бөгөнгө ер эше - яңы мәсет нигеҙен ҡаҙыуы, ауыр булманы, ныҡ рәхәт булды. Күмәкбеҙ. Иртә таңдан, һауаға ҡарап, булмаҫ бөгөн, көн бигерәк алама тип хәүефләнгән инек, Үрге Бабаларға барып еткәйнек, ҡояш сыҡты, күк асылды. Бына һиңә, изге эштә Аллаһ үҙе ярҙам ҡулын һуҙып тора икән. Көнө лә һәйбәт, ере лә йомшаҡ, унан бигерәк, халыҡ берҙәм, иман шулай берләштерә. 

Мәсет, яҡынса, 50 квадрат метр буласаҡ. Һыуәйҙәләп, эштең башын башлап ҡуйҙыҡ, бабалар үтә ныҡ ныҡыш халыҡ, былар булдырыр тигән фекер нығынды. Көҙгә тиклем тамамлайбыҙ тип торалар үҙҙәре лә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: