Все новости
Иман
18 Мая 2022, 14:48

Әл дә боролманыҡ

Ай-буй, шәп булыр тип көткәйнек, тик былай булыр тип кем уйлаған? 

Әл дә боролманыҡ
Әл дә боролманыҡ
Үрге Бабалар ауылында бөгөн мәсеткә нигеҙ ҡаҙыла башланы. Алама юлдан, әллә кемде эттән алып эткә тиклем һүгә-һүгә (күңелгә гонаһ алып), саҡ барып еттек. Кире боролайыҡмы әллә? Ҡуй, улайтһаң, ярамаҫ, тип үҙебеҙҙе үҙебеҙ өгөтләп килеп еткәйнек тә. Килһәк... Әллә ярты район йыйылған, баҫып торор ҙа урын юҡ. Тирмә ҡорғандар хатта, ҙур ҡаҙанда былау бешә. Матур-матур апайҙар йылмайышып баҫып тора. Ағай-бабайҙар ныҡ күп, ер ҡаҙыу - ирҙәр эше лә. Тантаны асып, һәр береһенә һүҙ бирҙеләр, һөйләмәгән кеше ҡалманы. Хатта беҙ фәҡирҙәргә лә һүҙ эләкте. 
Кем нимә әйтте, тағы нимә эшләне - киләһе һанда тулыраҡ булыр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: