Все новости
Иман
21 Мая 2022, 12:22

«Бисмилла» тип башланыҡ

Бағымсылар булмаһа был тиклем ҙур, изге эште атҡарып сығып булмаҫ ине. 

«Бисмилла» тип башланыҡ
«Бисмилла» тип башланыҡ

...Артабан ҡунаҡтар табын артына ағылды. Ир-аттар тирмə эсенə, ə ҡатын-ҡыҙҙар тирмə ҡаршыһында урынлашҡан Ялсығоловтарҙың йортона уҙҙы. Барлығы 100 кешенəн ашыу табынды һыйларға тип, изге ғəмəл, мəсеткə нигеҙ һалыу хөрмəтенə Салауат һəм Фəүриə Йосоповтар ҡорбан салып бигəндəр. Шул һарыҡ итенəн саф һауала, ҙур ҡаҙанда былау бешерҙелəр. Телде йоторлоҡ былауҙы һəммəһе лə ауыҙ итə алды был көндə. Табын шул тиклем мул итеп əҙерлəнгəн, уны тулыһынса тасуирлау өсөн китап биттəре етмəҫ, алдыңда торғанды ашап бөтөр-бөтмəҫтəн, ҡана, йəнə өҫтəйем тип кенə тора апай-һылыуҙар.

Бағымсылар булмаһа был тиклем ҙур, изге эште атҡарып сығып булмауын ауылдың имам-хатибы Əхтəм Кинйəғолов билдəлəп үтте. Бағымсылары: Альберт Кинйəғолов, Венер Мөхəмəтйəнов, Рөстəм Исхаҡовтарҙың исемдəрен əйтеп, тантана уртаһына əйҙəп тə ҡараны, тик улар мосолмандарға хас булған тыйнаҡлылыҡ, əҙəпте һаҡлап, халыҡ араһына сығып ҡупайып тороуҙы артыҡ күрҙе. Хəйерҙе бер ҡулың бирһə, икенсеһе күрмəһен, тиелгəн бит мосолман динендə, егеттəр ҙə шулай уйланы ахры, ə ауыл халҡы уларға рəхмəт, маҡтау һүҙҙəрен яуҙырыуҙан туҡтаманы. Был заманда мəсет һынлы мəсет төҙөү, еңел эш түгел икəнен һəр береһе яҡшы аңлай ине.

Түбәнге Бабаларҙан репортаж тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: