Иман
18 Июня 2022, 04:44

Барыһы ла Аллаһ ҡулында

Салауат Байтүрə улы Баймөхəмəтов, ҡаланың Почетлы гражданины: 

Барыһы ла Аллаһ ҡулындаБарыһы ла Аллаһ ҡулында
Барыһы ла Аллаһ ҡулында
- 52 йыл хеҙмəт стажым бар. Күмертау авиация заводында эш башланым, 3-сө разрядлы токарь булдым. Əрме сафтарында йөрөп ҡайтҡас, 6-сы разрядлы токарь-универсалға хəтлем үҫтем. Бик яуаплы участкала эшлəргə тура килде, беҙ етештергəн деталдəр бик ҡатмарлы булды. Ул ваҡытта 12-шəр сəғəт эшлəй инек, йылына 12-15 вертолет сығарҙыҡ. 1970 йылда Стəрлетамаҡ ҡалаһында Владимир Ильич Ленин тыуыуының 100 йыллығына бағышланған деталдəр эшлəү оҫталыҡ конкурсы үткəрелгəйне. Мин беренсе урын алдым һəм ул ваҡытта ҡыйбатлы һаналған фотоаппарат менəн бүлəклəндем, 50 һум аҡса бирҙелəр. Авиация сəнғəте министрлығы отличнигы исемен, хеҙмəт өсөн миҙал, Почет грамоталары һəм Рəхмəт хаттары ла бирҙелəр. 1992 йылдан алып 10 йыл дауамында заводта ла эшлəнем ҡала мəсетендə имам-хатиб та булдым. 2001 йылда заводтан киттем. Быйыл 30 йыл имам-хатиб булыуыма. 
Башҡортостан мосолмандары диниə назараты рəйесе Нурмөхəмəт хəҙрəт Ниғмəтуллин баҡыйлыҡҡа күскəс, назарат вəкилдəренең миңə ҡарата ҡараштары һалҡынайғанын тойҙом. Шулай ҙа бар күңелемде һалып эшлəнем.
Ҡала хакимиəте башлығы Олег Юрьевич Фроловҡа эшемде юғары баһалағаны өсөн рəхмəт. Аллаға шөкөр, балалар үҫтерҙек, ейəн - ейəнсəрҙəр уңыштарына ҡыуанып йəшəйбеҙ. Барыһы ла Аллаһы Тəғəлə ҡулында.
Материал тулы килеш гәзиттең йома һанында баҫылды. 
Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас