Иман
29 Июнь 2022, 10:09

Ни хәлдәһең, имам-хатиб?

Айнур хәҙрәт Ҡәҙимовтың ҡала мәсетендә имам-хатиб булып китеүенә лә арыу ғына ваҡыт үтте. 

Ни хәлдәһең, имам-хатиб?Ни хәлдәһең, имам-хатиб?
Ни хәлдәһең, имам-хатиб?
Төрлө ығы-зығы менән, уны күптән күргән булманы, бөгөн яңы урында, яңы вазифала (хәҙрәт ҡала-район мосолмандарының имам-мөхтәсибе лә) үҙен нисек тоя икән тип, янына инеп сыҡтыҡ. 
- Хәйер-саҙаҡа күп килә, бына бөгөн генә 15 кеше инеп сыҡты, Аллаға шөкөр, электрға, һыу-газға аҡса етмәй тигән хафа юҡ. Йома көнөндә 30-ҙан ашыу диндар килә. Мин эшләй башлағаны бирле байтаҡ эштәр эшләнде, өмә яһаныҡ (был турала Юшатыр яҙҙы). Төп проблема хужалыҡ эштәренә ҡағылмай, кеше менән күберәк эшләргә кәрәк. Беҙҙең халыҡ килә лә, хәйер бирҙем, доға ҡылдылар һәм ошоноң менән бөттө тип уйлай. Әреүәхтар беҙҙән көн дә доға көтә, уларҙы оноторға ярамай. Бының өсөн, йортоңа ҡунаҡ йыйып, Ҡөръән уҡытыу мотлаҡ түгел, Аллаһ менән бәндә араһында береһе лә торорға тейеш түгел, үҙең доға ҡыл. Ғәрәпсә белмәһәң, башҡортса-татарса теләктәр телә. Видео-аудио тоҡандырырға ла була. Наҙанлыҡ беҙҙең арала етерлек, мәҫәлән, кешене ерләгәндә, ниңә мәрхүмдең туғандары хәйер таратырға тейеш? Улар былай ҙа ҡайғыға батҡан, ә шул ваҡытта, туғанымды ерләйем тип, әллә ҡайҙан аҡса табырға, хатта кредит алырға мәжбүр. Был дөрөҫ түгел... 
...Имамдар халыҡ араһында дини ғилемде таратырға тейеш, ә бының өсөн үҙҙәренең белемле булыуы мотлаҡ. Юғиһә, яңыраҡ бер имам һөйләй: ҡунаҡта рәхәтләнеп гармун тарттым.... 
Материал тулы килеш гәзиттә баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас