

Ҡыйыҡ ябыуға бөтәһе 102 мең һум аҡса кәрәк ине, шуның яртыһын «Искра» ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Рәмил Мостафин бирҙе, ҡалғанын ауыл халҡы, шулай уҡ ситтә йәшәүселәр ҙә ебәргән хәйер, саҙаҡаларҙан алдыҡ. Шәхси эшҡыуарҙарыбыҙ Кинйәғолов Альберт, Исхаҡов Рөстәм, шулай уҡ Кинйәғолов Азат материалдар алырға аҡсалата ҙур ярҙам күрһәттеләр. Ағас эшен тулыһынса үҙ өҫтөнә ауылдашыбыҙ Мөхәмәтйәнов Венер алды, ул бер туған мырҙаһы Илшат менән бергә, үҙенең эшсәндәрен, өрлөк яһау өсөн үҙенең пилорамаһынан барлыҡ кәрәк-яраҡтарын алып килде. Ағас эшен еренә еткереп тулыһынса башҡарып ҡуйҙылар. Төҙөлөш эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан Яҡшымбәт ауыл мәсете имамы, Фәрхәд Аҙнабаевтың уң ҡулы, Ринат Аҡһаров мәсеткә һыу үткәреү эштәрен тулыһынса үҙ өҫтөнә алырға вәғәҙәләне, бының өсөн торбалар алынған, барыһы ла әҙер.
Нимәлер эшләшергә тип өндәшеп кенә өлгөр, һә тигәнсе ярҙамға килеп тә етәләр, ауылыбыҙ егеттәре әүҙем, бигерәк тә: Фәнүр, Фәнил, Айбулат, Динислам Ялсығоловтар, Сәфәрғәли, Тимерғәли, Ғәббәс, Ринат Әхмәтовтар, Вәлитова Нурия апайҙың кейәүе менән ейәне (исемдәрен белмәйем), Исхаҡов Илдар, Мөхәррәм, Марат, Салауат Йосоповтар....
Үрге Баба ауылындағы мәсет төҙөлөшө хаҡында гәзиттең йома һанында тулыһынса баҫылды.