

Хөрмәтле дуҫтар, ауылдаштар Ҡорбан байрамы менән бар йөрәктән ихлас ҡотлайбыҙ! Бөгөн дини ҡәрҙәштәребеҙ мәсеткә барып, яҡындарының һаулығын һәм бәхетен, илебеҙ именлеген теләп доға ҡылдылар. Быйыл ҡорбан ашын Баян урамы ҡыҙҙары, апай-еңгәләре һәм егеттәре ихлас әҙерләп ауыл халҡын һыйланылар. Һыйҙан өҫтәлдәр һығылды нимә генә бешермәгән оҫтабикәләр. Аш янында ит кәртүфе, былауы, бәлеш ҡоймаҡтарҙың һәр төрлөһенән ауыҙ иттек. Изге байрам хөрмәтенә йылда ҡорбан салған Киров исемендәге ауыл хужалығына, етәксеһе Дамир Таһир улына, ауылдаштарыбыҙ Мөхтәр һәм Марат Ялсыҡаевтарға ҙур рәхмәтлебеҙ!!! Хоҙай Тәғәлә, салған ҡорбандарығыҙҙы, ҡылған изгелектәрегеҙҙе ҡабул итһен!
Күркәм Ҡорбан байрамы доньябыҙға ырыҫ, бәрәкәт килтҽрһҽн, һәммәбҽҙгә лә шатлыҡ-ҡыуаныстар, изгелектәр алып килһен! Бырыбыҙ ҙа иҫән-һау, ғаиләләребеҙ имен булып , күңелдәребеҙ иман байлығына тулып Ҡорбан байрамын матур ғәмәлдәр менән үткәрергә яҙһын! Алдағы көндәрҙә лә бер-беребеҙгә ярҙамдар итешеп,татыулыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа ғына йәшәргә насип булһын! Донъялар тыныс, күңелдәр яҡты булһын! Әмин!
Рәмзиә Әбйәлилова