Өфөнән ауылдаштары Аҙнабаевтар ҡайтҡан - Марат менән Румил Талғат улдары. Властар ҙа байрамды ситтә ҡалдырмаған, Исламғолов Әхәт Әхтәм улы ла бында.
Фарход хәҙрәт, ғәйет намаҙынан һуң, вәғәз уҡыны, әйтере бар һәр береһе үҙ һүҙен әйтте. Һәм, әлбиттә, былау булды. Намаҙ уҡығанда ла, былау ашағанда ла яҡшымбәттәрҙең фекере бер йүнәлештә ине - ауылыбыҙ йәшәһен, иманыбыҙ артһын.