Иман
10 Июль 2022, 04:13

Рәхмәт, Владимир

Ниндәй генә байрамда алма, өҫтәлдә ит булмаһа, байрам - байрам булмай. 

Рәхмәт, ВладимирРәхмәт, Владимир
Рәхмәт, Владимир

Бигерәк тә, Ҡорбан тураһында һүҙ барғанда, шулай. Кисә Керәүле ауылы биләмәһендә ҡорбан салғандар. Бәрәнде Марфин Владимир Валерьевич, фермерҙары, бүләк иткән. Ҡаҙарма, Керәүле, Кинйәбай, Ямаш - ит барыһына ла еткән. Һарыҡты ғәҙел итеп турап, өләшеп сыҡҡандар. Яңы Ямаш имам-хатибы Пахлаван хәҙрәт итте эш иткән, бүлгеләгән. Ауылдар халҡы фермерҙарына рәхмәт әйткән - эштәрең шәп барһын, аяҡ-ҡулдарың һыҙлауһыҙ булһын. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас