Все новости
Иман
10 Июля 2022, 10:35

Төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ

Ҡотлоюл ауылы, мәсетебеҙ юҡ, иман-хатибыбыз юҡ тип, төшөнкөлөккә бирелеп торманы, ауыл клубында Ҡорбан ғәйете байрамын үткарҙе. 

Төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ
Төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ

Ауылыбыҙҙың ҙурлап, ҡәҙерләп кенә торған инәй-еңгәләребеҙ, дәртләнеп, һәр береһе өҫтәл табынына тәмлекәстәр тотоп килгән. Абыстайыбыҙ Рәсимә Фәрит ҡыҙы матур итеп Ҡөрьән уҡыны, хәйерҙәр таратыштылар. Ауылыбыҙҙың фермеры Яманһаров Инсаф аҡсалата ярҙам итте Яманһаров Фуат абзый, самауыр ҡайнатып, тәмле сәйҙәр эсерҙе, старостабыз Надир Миниәхмәт улы байрам менән ҡотланы. Ололарға бер йылы һүҙ етә эй ҡыуанышып теләктәр теләп таралыштылар.

Зарима Боҫҡанова, Ҡотлоюл ауылы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: