Все новости
Иман
15 Июля 2022, 10:23

Оло табын -Ҡорбан ашы!

Уңғар ауылында ла Ҡорбан Ғәйете бик матур үтте. 

Оло табын -Ҡорбан ашы!
Оло табын -Ҡорбан ашы!

Иртәнге намаҙҙан һуң, Әмәкәсов Флюр Кәлимулла улы, Әмәкәсов Зәйнулла Ғәйнулла улы, Әмәкәсов Илдус Рәшит улы, ауылыбыҙҙың имамы Ғәббәсов Илгиз Сәлим улы һәм Харрасов Таһир Ҡадир улы, Раббыбыҙға әйтер шөкөрлөгөбөҙ, сауабы насип булһын тип, байрамға ҡорбан итеп һарыҡ салдылар. Илдус Рәшит улы тәмле итеп ҡазанда былау бешереп, ауыл халҡын һайланы. Ҡорбан салып, барлыҡ ауылдаштарын оло табынға йыйып һыйлаған егеттәребеҙгә ихлас йөрәктән рәхмәт әйтәбеҙ. Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ! Барығыҙға лә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте һәм сәләме булһын!

Гөлсәсәк Әмәкәсова, Уңғар ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: