Все новости
Иман
30 Июля 2022, 08:01

Күл тамсынан йыйыла

Үрге Бабалар ауылында мәсет төҙөлә башлауы, эштәрҙең нисек барышы хаҡында “Юшатыр” гәзитендә алдан да мәҡәләләр сыға килде. 

Күл тамсынан йыйыла
Күл тамсынан йыйыла

Әлеге көндә, Аллаға шөкөр, берҙәм көс менән иман йортобоҙҙоң стеналары төҙөлөп, ҡыйығы ябылды. Ләкин, алда тағы ла ҙур сығымдар талап ителгән эштәр тора.
Мәсеттәрҙе төҙөү, ҡарау - һәр мосолмандың бурысы. Күңелендә иман булған, Аллаһы Тәғәлә йорто булһын тип теләүсе изге кешеләрҙең һәр ҡайһыһы ниндәй булһа ла (ҙурмы, бәләкәсме) ярҙам күрһәтә ала. Был донъяла файҙалы һәм дауамлы эш ҡалдырыу - ул мәсет төҙөлөшөндә үҙ ярҙамыңды күрһәтеү. Күл тамсынан йыйыла... Беҙҙең иман йортобоҙ ҙа тиҙерәк ҡалҡып, үҙ вазифаһын үтәһен, кешегә әхлаҡ вә тәрбиә, ғилем килтерһен өсөн, ғибәҙәттәрҙе, байрамдарыбыҙҙы матур йортта үткәрер өсөн һәр ихлас кешенән ниндәй булһа ла ярҙам кәрәк.
Мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашырға, ярҙам итергә теләүселәр (кем күпме бирә ала) саҙаҡа итеп һалһа, иншАллаһ, быйылға ҡуйылған маҡсаттарға ирешербеҙ!
Саҙаҡаны 2202202948502814 сбербанк картаһына, йә 89191466351 телефоны бәйләнгән иҫәпкә күсерә алаһығыҙ.
Әгәр беҙ мәсет төҙөлөшөнә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ икән, уның сауаптары беҙ был донъяларҙан киткәс тә килеп торасаҡ.
Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн башҡарылған эштәребеҙҙе бергәләп хупларға саҡырабыҙ. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Әхтәм КИНЙӘҒОЛОВ, Үрге Бабалар ауылы имам-хатибы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: