Все новости
Иман
10 Августа 2022, 14:58

Көтөүсеһе шәп булһа

Башланғыс класта 13 башҡорт мәктәбендә уҡығанда ла Айнур улыбыҙҙы һәр ваҡыт бөтә ергә лә йөрөтәләр ине.

Көтөүсеһе шәп булһа
Көтөүсеһе шәп булһа

Ҡараңғылыҡ баҫҡан еребеҙгә
Аллаһ бирҙе беҙгә Айнурҙы.
Йәйге эҫелә сарсаған юлсыларҙай
Динһеҙ йонсонолар әҙәмдәр.
Оҫта етәкләүсе булһын тип,
Һәр урында доға ҡылдылар.
Йылдар үтте, байтаҡ һыуҙар аҡты,
Раббыбыҙ беҙгә ярҙам итте:
Доға,теләктәрҙе ишетте,
Гүйә мәсеттәргә ҡот ҡайтты.
Мәктәптә уҡығанда уҡ Айнур
Аҡыллы булыуы менән дан алды.
Мөхәммәт пәйғәмбәргә эйәреп,
Дин эшенә күңеле тартылды.
Күп тә үтмәй Айнур атлы егет
Мохтасиблыҡ эшенә тотондо.
Гүйә, күк ҡабағы асылғандай,
Район, ҡала нурға ҡойондо!
Мохтасибтан уңдыҡ, Аллаға шөкөр,
Йәштәр эркелеп дингә киләләр.
Дини-мәҙәни үҙәктә, һәр мәсеттә
Эштәр ҡайнап тора, беләләр.
Тормош ҡаҙанында бергә ҡайнап,
Ҙур пландар менән йәшәйбеҙ.
Алда бара ҡыйыу Айнур хәҙрәт,
Уның менән бергә атлайбыҙ.
Нурия ХӘЛИЛОВА, Күмертау ҡалаһы мөслимәләре рәйесе, Дини-мәҙәни үҙәктә уҡытыу-тәрбиә эштәренең мөдире, педагог-мөғәллимә, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: