Все новости
Иман
19 Августа 2022, 08:57

Күҙҙәр ҡыуана, күңел йыуана

Ҡала мәсете - Күмертауҙағы барлыҡ иманлы кешеләрҙең күҙ төбәп торған изге урыны, мәркәзе. 

Күҙҙәр ҡыуана, күңел йыуана
Күҙҙәр ҡыуана, күңел йыуана
Шулай булғас, мәсетебеҙ, һис шикһеҙ, бөхтә, таҙа, матур булырға тейеш. Һәр килгән кешенең, ҡапҡа аша үтеү менән, күҙҙәре ҡыуанһын. Беҙҙең апай-инәйҙәр бигерәк өлгөр, гел генә мәсетте йыйыштырып торалар. Ә бында эш күп, мәсет үҙе лә ҙур ғына, уны йыуып сығырға кәрәк, ишек алдында сәскә түтәлдәре лә бар - уларҙы тәрбиәләү мотлаҡ. 
Кисә йәнә барҙы мәсеткә апайҙарыбыҙ. Үҙҙәре йыйыштырып йөрөй, үҙҙәре ҡыуанып йөрөй: әйтерһең, иҙәндең бысрағын йыумай, ә бәндә күңелендәге керҙәрҙе йыуа. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: