Все новости
Иман
10 Сентября 2022, 13:44

Мәсет тә, күңел дә мөһим

Уны алып килеп ултыртыуҙарына өс көн генә, эшен яңы башлап тора. "Бабай" кафеһы янындағы мәсет. 

Мәсет тә, күңел дә мөһим
Мәсет тә, күңел дә мөһим

https://youshatir.ru/articles/iman/2022-09-07/yulsylar-a-iman-t-r-2938961

Динде дин итеп белгән кеше өсөн был мәсеттең асылыуы оло ваҡиға, иманға баҫҡан бәндәләр күп, юлда ла улар күп йөрөй. Тимәк, был мәсет ундай мосафирҙар өсөн ныҡ кәрәк иман йорто. 
Модуль мәсет булды ла, уны алып килеп ултырттың да эше бөттө түгел, изге йортобоҙ гел таҙа булырға тейеш. Кисә өс мөслимәбеҙ Бабайға юл тотто. Яңы мәсетте йыйыштырып, йыуып ҡуйҙылар. Алина, Алһыу, Гөлназ. Әйткәндәй, был мәсеттең таҙалығы өсөн яуаплы кешеһен дә тапҡандар: Гөлназ Уралбик ҡыҙы. Артабан да аҙнаһына бер тапҡыр Бабай мәсетен тәрбиәләп торасаҡтар. 
Нимә тип әйтәһең, афарин, ҡыҙҙар. Мәсетебеҙ ҙә, күңелдәребеҙ ҙә гел таҙа торһон. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: