Был көндәрҙә барыбыҙ ҙа доғалар уҡыйбыҙ - донъя тыныс булһын.
...Башҡортостан буйлап айҙар буйы ап-аҡ үгеҙ малы эҙләгәндәр. Үгеҙ аҡтан аҡ булырға, тәнендә башҡаса бер ниндәй тап та булмаҫҡа тейеш икән. Ҡайҙалыр йәшәгән бер күрәҙәсе инәй шулай тигән: ошондай үгеҙҙе табып, ҡорбан итеп салһағыҙ, илгә тыныслыҡ килер.
Әллә күпме ваҡыт аҡ үгеҙ эҙләгәндәр, бындай төҫлө үгеҙ, баҡһаң, бик һирәк осрай торған мал икән.
Ниһайәт, тапҡандар. Бөгөн салғандар (ҡайһы район икәнен белә алманыҡ).
Ҡорбан салынды - теләктәр ҡабул булыуын көтәбеҙ. Күрәҙәсе инәйҙең һүҙҙәре раҫ ҡына була күрһен ине. Амин.