Все новости
Иман
23 Октября 2022, 11:37

Сауаптарын насип итһен

Киләһе йыл Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл була. 

Сауаптарын насип итһен
Сауаптарын насип итһен

Комплекс тирә-яғын сүп үләндәре баҫҡан. Шуларҙы сабып, ипкә килтерҙек. Юлай ағай Ишмөхәмәтов салғылар хәстәрләне. Аллаһ сауаптарын насип итһен, амин. Азат Хәлилов һәм бер ирекмән дә ҡушылды. Өсәүләп эшләнеләр. Киләһе йыл Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл була. Тарихта ҡалырлыҡ саралар үткәрелер, Аллаһ бирһә. Шуға ауыл урыны, тарихи ҡурсаулыҡ, мәмерйә тәртиптә булһа ине. Бынан 270 йыл элек Кинйәабыҙ, Арыҫланов тарафынан нигеҙләнгән ауыл бит. Ҡыҙғаныс, әммә яҙмышҡа буйһонмай булмай. Тыуған ауылын онотмай килеп йөрөгән ауылдаштарға ла ҙур рәхмәт. Быйыл, бәлки, киләһе яҙ башында комплекстың иҫкергән һәйкәлдәрен яңыртырға тырышырбыҙ, - ти Зиннур Закир улы Исхаҡов.

Өмә хаҡында тулыраҡ гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: