Все новости
Иман
7 Ноября 2022, 16:07

КҮРӘҘӘСЕГӘ БАРЫП, ГОНАҺ АЛМАҒЫҘ

 Кемде нимә көткәнен Аллаһ ҡына белә. 

КҮРӘҘӘСЕГӘ БАРЫП, ГОНАҺ АЛМАҒЫҘ
КҮРӘҘӘСЕГӘ БАРЫП, ГОНАҺ АЛМАҒЫҘ

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милләттәштәребеҙ араһында төрлө хөрәфәттәргә, йондоҙнамәгә, күрәҙәселәргә, бетеүҙәргә ышаныу киң таралған. Күптәр был хәлде ғәҙәти хәл итеп кенә түгел, хатта диндең бер өлөшө тип тә ҡабул итә. Халыҡ уларға ата-бабаларҙан ҡалған, быуындан-быуынға күсә килгән ғәҙәт, йола тип ҡарай. Бөтәһе лә шулай эшләгәс, шулай кәрәк, шулай эшләү дөрөҫ, тип уйлай шул күптәр. Әммә теләһә ниндәй хөрәфәттәргә ышаныу, йондоҙнамәне, күрәҙәселәрҙең әйткәндәрен дөрөҫ тип ҡабул итеү, бетеүҙең бәлә-ҡазаларҙан һаҡлауына өмөтләнеү дини тәғлимәткә ҡаршы килә. Уларҙың дингә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Бындай ышаныуҙар кешене бөтөнләй кафыр итеп, хаҡ динебеҙҙән сығарып ташларға ла мөмкин.

Киләсәктә ни булырын бары тик Аллаһ Тәғәлә генә белә, төрлө бәлә-ҡазаларҙан да бары Ул ғына һаҡлай, теге йәки был хәлдең үҙгәреп китеүенә тик Раббыбыҙ ғына булышлыҡ итә. Башҡа нәмәләр бер нисек тә киләсәккә, именлеккә, яҙмышҡа йоғонто яһай алмай.

Алда ни булырын белеү хоҡуғы бер кемгә лә бирелмәгән. Киләсәкте йондоҙҙар ҙа, күрәҙәселәр ҙә билдәләй алмай. Уларға ышаныу кешене оло гонаһҡа батыра. Ҡыҙыҡ өсөн генә лә йондоҙнамәгә күҙ һалыу, күрәҙәсегә барыу тыйыла. Киләсәкте әйтеп маташыусылар – шайтандар менән эш итеүселәр, баш бутаусылар. Әгәр ҙә кемдер өшкөрөү-имләүҙәрен дин менән бәйләп, киләсәкте әйтә башлаһа, унан ары торорға кәрәк. Тимәк, ул бары тик дин менән ышыҡлана, Ҡөрьән аяттарын уҡыған булып, башты ғына әйләндерә. Ҡөрьән менән дауалаусы бары тик Аллаһтың ҡөҙрәтенә генә ышана, Уға ғына тәүәккәлләй. Ундай кеше һис ҡасан шайтан ҡотҡоһона бирелеп, күрәҙәселеккә бармаясаҡ.

Йондоҙнамәңә тап килгән таштар, әллә ниндәй күҙҙәр, аяттар яҙылған бетеү тағып, шул мине төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай, тип йөрөү – оло яңылышлыҡ, гонаһлы ғәмәл. Бетеү таҡҡан кеше йөрәге менән шул әйбергә бәйләнгән була. Тимәк, ул Аллаһтың ҡөҙрәтлелеген, Уның ғына бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай алыуын инҡар итә, йә тулыһынса ошо хәҡиҡәтте йөрәге менән ҡабул итеп бөтөрә алмай. Аллаһ Тәғәләнең ихтыярынан тыш бер нәмә лә беҙгә зыян да, файҙа ла килтерә алмаясаҡ. Өй тупһаһына эленеп ҡуйылған дағаның да, әллә ниндәй күҙҙәрҙең дә, баланың маңлайына һөртөлгән ҡоромдоң да, төрлө-төрлө бетеүҙәрҙең дә, хатта ишек башына эленеп ҡуйылған “Аятел Көрси”ҙең дә беҙҙе бәлә-ҡазаларҙан, күҙ тейеүҙән һаҡлар көсө юҡ. Ислам дине өсөн бындай күренештәр бөтөнләй ят нәмә. Теләһә ниндәй хөрәфәттәргә бирелеп, ырымдарға, күрәҙәлеккә ышанып йөрөгәнсе, намаҙ уҡып, бәлә-ҡазаларҙан яҡлауын һорап, Аллаһҡа мөрәжәғәт итеү тик яҡшыға ғына булыр. “Көрси” аятын ишек башына элеп ҡуйырға түгел, ә һәр ваҡыт уҡып йөрөргә кәрәк. Ихлас күңелдән “Әл-Бәҡара” сүрәһен уҡыу, бик булмаһа, тыңлау төрлө күҙ тейеүҙәрҙән, сихырҙан аралар. Нимәгәлер күҙ тейҙерергә теләмәһәгеҙ, төкөрөнөргә түгел, ә “Әл-Фәләҡ”, “Ән-Нәс” сүрәләрен уҡығыҙ.

Теләһә ниндәй “аҡса гөлдәре”нең дә, “муллыҡ килтереүсе өй эйәләре”нең дә файҙа килтерерҙәй ҡөҙрәте юҡ. Улар бары әйбер генә. Ризыҡты ла, муллыҡты ла бары тик Аллаһ Тәғәлә генә бирә. Әгәр ҙә уның теләге һәм ихтыяры булмаһа, өйөңә тиҫтәләгән “байлыҡ гөлө”н, “аҡса өләшеүсе өй эйәләре”н теҙеп сыҡһаң да, байып китмәйәсәкһең. Аллаһ Тәғәлә Үҙен гел иҫтә тотоп, Уға мөрәжәғәт итеүселәрҙе ярата. Шуға күрә хәләл юл менән ризыҡ табыу мөмкинлектәрен, байлыҡ һорап тик Раббыбыҙға ғына мөрәжәғәт итегеҙ. Һәр кем үҙ ризығы менән тыуа. Үҙенә ышанғандарҙы, Уға ғына өмөт иткәндәрҙе Аллаһ һис ҡасан ҡалдырмаясаҡ.

Төрлө ырымдар күңелегеҙгә шик-шөбһә һалған хәлдә лә, шул арҡала ниндәйҙер эште ҡалдырырға ярамай. Бар эште Аллаһҡа тапшырып, Уға ғына тәүәккәлләгеҙ. Бар нәмә лә Раббыбыҙ ихтыярында. Ул ни теләй, шул буласаҡ. Бер нәмә лә эштәребеҙҙе үҙгәртеп, яҙмышыбыҙға йоғонто яһай алмаясаҡ.

Ҡара бесәй юлды ҡыйһа, буш биҙрәгә тап булһаң, уңмайһың, тигән ышаныс бар халыҡта. Ҡара төҫтәге йән эйәһе, осраҡлы рәүештә биҙрәһен шалтырлатып сыҡҡан кеше бер нисек тә һинең эштәреңдең уңышлылығына булышлыҡ итә алмай. Улар алда буласаҡ ғәмәлдәр менән нисек эш итһен? Ҡара бесәй йә буш биҙрәле берәү үтеп киткән икән, бара бирһен. Шул арҡала башлаған юлыңдан баш тартырға кәрәкмәй. Аллаһ насип итһә, юлың уңыр, яҙмаһа – туңыр. Тимәк, шулай кәрәк булған. Бында бер кемде лә ғәйепләргә кәрәкмәй. Нимәнелер онотоп, кире боролоу ҙа юлыңдың уңмаясағына ишара түгел. Шулай уҡ төндә аҡса алыу йәки ишек аша ниҙер ҡабул итеү ҙә аҡсаның, әйберҙең бәрәкәтлелегенә бер нисек тә йоғонто яһамай.

Хөрәфәттәр тигәндән, халыҡ араһында киң таралған тағы бер ышаныс бар. Ул да булһа, мәйеттәрҙең ҡөҙрәтенә ышаныу. Йәнәһе, кемдер үлгәндән һуң эш эшләргә ярамай. Юғиһә ул: “Унда берәү эштәрен бөтөрөп ҡалырға ашыға, йәнен алығыҙ”, – тип әйтәсәк, имеш. Йә булмаһа, зыярат яғына бармағың менән төртөп күрһәткәндән һуң бармағыңды тешләп ҡуймаһаң, ул серей. Йәки кешеләр бер-бер артлы үлә башлаһа, тәүге мәйет улар­ҙы һөйрәп ята. Ҡәбергә инеп ятҡан кеше ниндәйҙер хәбәр ташып, кемделер саҡырып, һөйрәп ятмай. Үлектәрҙең ниндәйҙер зыян килтереү көсө лә юҡ. Мәрхүмдәр унда үҙҙәре ярҙамға мохтаж. Кемеһелер ғазап күреп, кемеһелер рәхәтлек кисереп, Тамуҡҡа инер, йә Ожмахҡа аяҡ баҫыр мәлдәрен көтөп ята. Улар инде Ахирәттә – мәңгелек донъяла. Был донъяла инде уларҙың бер нәмәһе лә юҡ. Мәйеттәр бер нисек тә, бер кемгә лә ярҙам итә алмай, зыян килтерер мөмкинлеге лә юҡ.

Ғөмүмән, ошондайыраҡ хөрәфәттәрҙең дингә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Киреһенсә, уларға ышанған кеше дини тәғлимәткә ҡаршы килә, гонаһ ҡыла. Төрлө хөрәфәттәргә ышанып, уларҙы диндең бер өлөшө итеп ҡабул итеп, мосолмандарға: “Диндә йөрөп, шуны ла белмәйһеңме?” – тип ахмаҡтарса ғәйеп ташлап, буш менән булғансы, Аллаһ ризалығын эҙләп, дини ҡиммәттәрҙе өйрәнеп йәшәһәгеҙ ине.

 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: