Все новости
Иман
14 Ноября 2022, 09:03

Мысыр ҡунағы

Абдул Моталиб шәйех, профессор, доктор. Ғәрәп.

Мысыр ҡунағы
Мысыр ҡунағы

Беҙҙең өсөн бөтөнләй "ят кеше". Мысырҙың үҙенән килгән, ҡайҙа бит әле, Күмертау менән Ермолаевоға. Һауа торошо ҡалай, ә юлдары??? 

Шарм аль Шейх тип сабабыҙ улар иленә (хәлдәре булғаны), ә шул яҡтарҙан ҡунаҡ килде, матур итеп күрһәтер бер нәмәбеҙ ҙә юҡ һымаҡ.
Кисә кис беҙ ихтирамлы шәйех менән осраштыҡ. Әңгәмә байтаҡ барҙы, ул ғәрәпсә генә белә, тәржемәсе ярҙам итте (бар бит беҙҙең арала ла уҡымышлы егеттәр!).
Әл Әзһар мәсетенән килгән Абдул Моталиб, ә был мәсет беләһегеҙме ҡасан төҙөлгән? 970 йылда. Ошо дәүерҙә, беҙгә, мәжүси башҡорттарға, ислам динен таратам тип, ибн Фаҙлан килгән (922 йыл)...
- Мине бөйөк ибн Фаҙланға тиңләгәнегеҙ өсөн рәхмәт, - тине шәйех, беҙ уның миссионерлыҡ эшмәкәрлеген Фаҙлан эшмәкәрлеге менән сағыштырғас, - тик мин уның янында бәләкәй кеше.
...- Әле беҙ еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ, балалары, ирҙәре, аталары фронтҡа киткән әсәләргә, ҡатындарға, балаларға нисек итеп был мәлде кисерергә?
Әңгәмә киләһе һанда баҫыла.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: