Все новости
Иман
8 Декабря 2022, 15:30

Рәхмәт әйтер мәл

Хирург Ришат ағай Вахитов та шылтыратты, шул тиклем уңғанһығыҙ, тип маҡтау һүҙҙәрен теҙҙе.

Рәхмәт әйтер мәл
Рәхмәт әйтер мәл

...Мәсетте асыу тантанаһына, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн, ауылда 2 ҡорбан салынды, ҡорбанды Салауат менән Фәүриә Йосоповтар һәм Мөхәрәм менән Рәзилә Йосоповтар бирҙе. Күрше, Түбәнге Баба ауылында йәшәгән Уралбай менән Ғәлиә Ғәлимовтар ҙа ҡорбан салып, мәсет төҙөгән ир-егеттәрҙе ашатыу өсөн ит алып килделәр. Ошо салынған ҡорбандарҙы, Аллаһы Тәғәлә риза булып ҡабул итһен ине, сауаптары насип булһын, тип теләйбеҙ. Һеҙгә ғаилә бәхете, нигеҙ именлеге, балалар ҡыуанысын күреп, хәйерле, бәрәкәтле ғүмерҙә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Мәсетте асыу тантанаһына, иман йортобоҙҙы ҡотлап бүләктәр алып килеүселәр ҙә булды. Әхәт менән Минзәлә Ҡотлоәхмәтовтар ҙур келәм алып килгәндәр, Ҡотлоюл ауылында йәшәүсе Марс менән Наилә Боҫҡановтар ҙа ҙур, матур келәм тотоп килгән. Үрге Баба һәм Көйөргәҙе ауылы халҡы аҡса йыйып мәсетебеҙгә саң һурҙырғыс һәм термопот алып бирҙеләр. Ырымбур өлкәһенән килгән ҡунаҡтарыбыҙ бүләккә тип һауыт-һаба алғандар, ауылдан да тәрилкә, сынаяҡ алып килгәндәр булды, Йосопова Миниса апай матур сәй сервизы алып килгән. Биргән бүләктәрегеҙҙе ҡыуанып, ихласлап ҡабул итеп алдыҡ, рәхмәттәре татыһын.
Мәсетте асҡандан һуң, ике өйҙә мул табындар ҡороп ҡунаҡтарҙы һыйланыҡ. Ауылыбыҙҙың ҡатын ҡыҙҙарының уңғанлығына, егәрле, тырыш һәм оҫта ҡуллы булыуҙарына һоҡланмаған кеше ҡалманы...

Римма АИТБАЕВА, хажиә, абыстай, Үрге Баба ауылы

Хат тулы килеш үткән аҙна һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: