Все новости
Иман
6 Января 2023, 11:31

Бүләктәр яҡшы буласаҡ!

Әссәләму ғәләйкум хөрмәтле ауылдаштар. Белдереү!!! 

Бүләктәр яҡшы буласаҡ!
Бүләктәр яҡшы буласаҡ!

7-ғинуар сәғәт 11:30 ауылыбыҙ мәсетендә Ислам диненең төп нигезҙарен өйрәнеу маҡсатында 5 йәштән 16 йәшкә тиклем балалар менән ойошторолған "Иманлы балалар" тип аталған ҙур сара булып үтәсәк. Был сараға күрше ауыл имамдары менән балалар ҙа ҡатнашалар.
Сарала иң яҡшы һәм актив ҡатнашҡан балаға Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы имам мөхтәсибе Айнур хәҙрәт Ҡадымов һәм мөхтәсибәт фондынан яҡшы бүләктәр ҡаралған.
1-урын өсөн 3000 һ.
2-урын өсөн 2000һ.
3-урын өсөн 1000һ.
Бынан тыш һәр бер ҡатнашҡан балаға сертификат ,мәсетебеҙ төшөрөлгән бакалдар һәм башҡа күп кенә бүлактәр буласаҡ.
Ҡунаҡтар һәм сара жюриләре: мөхтасиб Айнур хәҙрәт Ҡадымов,Ҡувайт Ислам уҡыу центрын уҡып сыҡҡан Мостафа остаз, Египетта Ал-Ахзар Ислам уҡыу йорто талибе Әнәс остаз .
Сара дауамында төрлө тәм - томдар менән сәй табыны ойошторолған. Килгән бөтә балаларҙы шәкәрле мамыҡ менән һый көтә.
Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы, ейәндәрегеҙҙе алып килегеҙ. Динибеҙҙе тергеҙеү өсөн беҙ өлөшөбөҙҙө керетәйек, форсат булған саҡта .
Хөрмәтле йәмәғәт, мәсеткә килгән вакытта бөта санитар ҡағиҙәләргә ғәмәл итеүегеҙ һорала.
Шундай сараларға финанс ярҙам күрһәтергә теләгән ауылдаштарҙы һәм яҡташтарыбыҙҙы ауыл мәсетендә көтөп ҡалабыҙ.
Бер баланы ҡыуандырыу, уға дөрөҫ юл күрһәтеү ҡалай ҙур бәхет.

Яҡшымбәт ауыл мәсете

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: