Все новости
Иман
17 Января 2023, 15:55

Иманлы балалар

Яҡшымбәт ауылының «Аҡ мәсет»ендә бик күп саралар үткәрелә. 

Иманлы балалар
Иманлы балалар

Яңыраҡ биш йәштән ун алты йәшкә тиклем Яҡшымбәт ауылы биләмәһендә урынлашҡан ауылдарҙағы балалар өсөн «Иманлы балалар» тигән бик ҙур сара - мусабаҡа (конкурс) булды. Сараға Көйөргәҙе һәм Күмертау ҡалаһы имам мөхтәсибе Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов, Бөтә Донъялағы иң көслө Кувейт Ислам уҡыу үҙәген тамамлаған Мостафа остаз, Египетта Аль – Ахзар Ислам уҡыу йорто талибы Әнәс остаз, күрше ауылдағы имамдар, мөслимәләр, Яҡшымбәт ауылы биләмәһе Ҡоролтай рәйесе саҡырылды. Улар сарала жюри ағзалары булдылар. 
...Ниһайәт, жюри үҙенең ҡарары менән еңеүселәрҙе билдәләне һәм приздар менән ҡыуандырҙы. Өсөнсө урын Саттаров Шамил – Мөхтәсибәт исеменән шаһадәтнамә һәм бер мең һум аҡса, икенсе урын Искәндәров Рәфил – Мөхтәсибәт исеменән шаһадәтнамә һәм ике мең һум аҡса һәм беренсе урын Суванова Гөлгөнә – Мөхтәсибәт исеменән шаһадәтнамә, өс мең һум аҡса һәм ҡалған бөтә балалар Мөхтәсибәт исеменән сертификаттар менән бүләкләнделәр. Ә инде сараның төп ойоштороусыһы - Фәрхәд хәҙрәт килгән оло ҡунаҡтарҙы мәсетәбеҙ һүрәте ҡуйып эшләнгән иҫтәлекле бокалдар менән бүләкләне.
Айнур хәҙрәт, байрам өҫтәле әҙер булғансы, барлыҡ балаларҙы шәкәрле мамыҡ яһап һыйланы.

Азат ҒӘЛИЕВ, Яҡшымбәт ауылы.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: