Все новости
Иман
26 Января 2023, 10:30

Ә нимә һин әҙерләнең ҡыйәмәт көнөнә?

Ауыл имамы булараҡ, кешеләр араһында булғас, көн һайын тиерлек, күп кенә төрлө ваҡиғалар тураһында ишетергә тура килә. 

Ә нимә һин әҙерләнең ҡыйәмәт көнөнә?
Ә нимә һин әҙерләнең ҡыйәмәт көнөнә?

Яңыраҡ булған был хәл күңелемдә әллә ниндәй хис уятты. Был ваҡиға хәҙерге заманда күптәргә өлгө булып тора.
Донъя ҡыуып, балаларым тип ғүмерен үткәреп, Аллаһы Тәғәләне онотоп, һаулығы, сәләмәтлеге булып та йәшәгән ауылында мәсетенә әйләнеп тә ҡарамаған, туғандары менән араларын боҙоп, был тормошта мин тип йәшәгән ҡәрҙәштәргә өгөт булһа ине.
Ятыр ваҡыт. Сәғәт 22:00 тирәһендә телефон шылтырай:
- "Алло" – мин.
- "Алло Фархад хәҙрәт, мин ...Р (исемен яҙмаҫҡа булдым) инәйең булам", - тине.
Хәл-әхүәл белешкәс. "Һеҙҙең менән әсәйем һөйләшмәксе, ул ишетмәй", - тине. Күңелемдән әллә нимәләр үтте. Үҙе инәй булһа, тағы ла әсәйем, ти. Тимәк, инәйгә 90 йәш тирәһе бар.
Телефонды әсәһенә бирҙе:
- Улым, әссәләмуғәләйкум, - тигән тауыш ишетелде.
Был инәйҙе таныным. Бик оялсан, электән дингә иғтибарлы, үҙе лә әҙ-мәҙ сүрәләр, доғалар уҡып йөрөй, күрше ауылдан.
- Мине таныныңмы?
- Эйе, таныным, инәй.
- Улым, мин бит хәҙер ҡартайҙым, миңә нишләргә икән, тегендә барғас (ҡыйәмәт көнөндә, Аллаһы тәғәлә ҡаршыһында) нисек яуап бирермен икән, мин бит намаҙ уҡырға өйрәнмәнем.
91 йәшлек әбейҙең нимә уйлағанын ҡарағыҙ, йәмәғәт.
СөбхәнАллаһ! Инәйҙең әхирәт өсөн ҡайғырып торғанын, йәш бала һымаҡ нишләргә икән тип, Аллаһы Тәғәлә алдында гонаһлы булып ҡалыуы тураһында ҡайғырта.
- Мин тәсбих тартам, СөбһәнАллаһ, Әлхәмдулилләһ, Аллаһу әкбәр тип. Белгән сүрәләремде уҡыйым, доғаларымды уҡыйым. Хәтерем юҡ намаҙ уҡырға өйрәнергә. Дини календарь, дини китаптар уҡыйым, зикер нимә ул балам?
- Мин иртәнән һуң килеп, өйрәтеп, күрһәтеп китермен.
Бер ике көндән һуң М...инәйҙең хәлен белергә барҙым. Тиҙ генә мәсеткә кереп, намаҙ уҡыу тәртибе китабын, тағы бер нисә дини китаптар, сәйгә күстәнәстәр алдым. Инәй, мине күреп, бер яҡтан, ҡыуанып киткән булһа, икенсе яҡтан уңайһыҙ хәлдә ҡаршы алды. Ул мине килә тип уйламағандыр.
Уҡыған китаптарын, гәзит, журналдарын күрһәтте. 91 йәштә икәнен әйтте. Мине инәй ишетмәһә лә, уға китаптарҙан нисек зикер әйтергә, тәсбих тартырға икәнен күрһәттем. Былай ҙа инәй тәсбих тартып, Ҡөрьән аяттарын яттан уҡып күрһәтте, рәхмәт яуғыры. Һәм намаҙ уҡыу тәртибен шул китапҡа ҡарап уҡы тип әйтеп ҡалдырҙым.
- Һине борсоном, ғәфү ит балам. Әхирәт өсөн әҙерләнәм, бер нимә лә белмәйенсә барырға оялам, - тип бүлә ике һүҙенең береһендә. Шул йәшкә етеп, күҙҙәре яҡшы ғына күрә икән, әлһәмдулилләһ. Намаҙ уҡырға өйрәнеп булмауына үкенеп һөйләне ул.
Дөрөҫен әйткәндә, күҙемдәге йәште йәшерҙем. Инәй, аңланым тип, рәхмәт әйтеп, доғалар ҡылып оҙатып ҡалды. Хушлашып, сығып киттем.
Беҙ нисек, йәмәғәт, әҙерме? Иртәгә Аллаһ Тәғәләнең янына барған ваҡытта ниндәй хәлгә төшөрбөҙ? Сөнки, беҙ беләбеҙ, был тормошта һәр бер ҡылған яҡшы, яман ғәмәлебеҙ өсөн ҡыйәмәт көнөндә яуап биреүебеҙҙе. 91 йәшкә етһәк, тәүбәгә килербеҙме икән? Был тормош үткәнсе, әхирәт тормошон да онотмаһаҡ ине, йәмәғәт.
Фарход АҘНАБАЕВ, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы мәсете имамы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: