Все новости
Иман
7 Февраля 2023, 15:48

"Киттекме, ағай?"

- Ағай, мәсеткә барайыҡ әле. 

"Киттекме, ағай?"
"Киттекме, ағай?"

Яҡшымбәт мәсете – Аҡ мәсет – боронғо, тарихи мәсет, әммә балалар тарих менән генә ҡыҙыҡһыныуынан түгел бында әйҙәүҙәре, дингә тартылыуыҙары ла көслө. Киттек. Минең менән бергә тәрбиәсе Зөлфиә Салауат ҡыҙы ла бар. Беҙҙе мәсеттең тупһаһынан уҡ ауылыбыҙ имамы Фәрхәт хәҙрәт Аҙнабаев, ҡолас йәйеп, ҡаршы алды.
Мәсеттә «Динеңде белһәң, бүләк ал» тигән акция ла бара, уҡыусылар үҙҙәренең көстәрен һынап ҡарарға булды: белгән аяттарын һөйләне. Иң шәбе тип, Фатима Зәйнутдинова танылды, бүләк уныҡы булды. Башҡа балалар ҡайғырманы, икенсе килгәндә, бүләкһеҙ ҡайтмайбыҙ тип, һүҙ ҡуйышты. Фәрхәт хәҙрәт Ислам дине нигеҙҙәрен, ҡанундар тураһында балаларға һөйләне, аҙаҡ, малайҙар менән бергә, намаҙға баҫтылар...

Азат ҒӘЛИЕВ, Яҡшымбәт урта мәктәбе уҡытыусыһы 

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: