Все новости
Иман
17 Марта 2023, 09:02

Хәләл

Беҙҙе бәләкәстән нимә яҡшы, нимә насар икәнен аңлатып үҫтерәләр.

Хәләл
Хәләл
Был ярамай, балам, ә был - ярай. Дини ғаиләләрҙә ҡағиҙәләр ҡатыраҡ: нисек кейенергә генә түгел, нимә ашарға ярай-ярамай икәненә лә төшөндөрәләр. Хәйер, диндән алыҫыраҡ торғаны ла хәҙер яҡшы белә: бына был аҙыҡ харам, быныһы хәләл. Әрһеҙ эшҡыуарҙар был яҡты яҡшы тойҙо: шунда уҡ байтағы хәләл аҙыҡ етештерергә, һатырға тотондо. Махсус лицензияһы бармы-юҡмы, сығара бирә - колбаса, билмән, ит... Хатта йомортҡа ла килеп сыҡты, ышанһаң ышан, ышанмаһаң юҡ, был йомортҡа хәләл тип яҙылған. 
Быныһына күнегелде, көләбеҙ ҙә ҡуябыҙ, ә бына сусҡа ите хәләлгә әйләнер тип башҡа ла килмәй ине. Әйләндергәндәр. Башҡортостандың бер ҡалаһында бына ошондай магазин бар. Эште киң йәйелдергәндәр, йәнең нимә теләй, барыһы ла бар. Хатта хәләл сусҡа ите лә.  
Автор:
Читайте нас: