Все новости
Иман
22 Марта 2023, 07:35

Рамаҙан айы башлана

БӨГӨН, ҡояш байыу менән, Рамаҙан айы башлана! 

Рамаҙан айы башлана
Рамаҙан айы башлана

Рамаҙан айын күптәр ашау-эсеүҙән тыйылып тороу менән генә бәйләй. Ғәмәлдә уның асылы, мәғәнәһе киңерәк тә, тәрәнерәк тә. Рамаҙандың үҙенсәлектәрен, уның ҙур маҡсатын белеп еткермәү сәбәпле, ҡайһы берәүҙәр әлеге ғибәҙәтте ҡылыуҙа хаталана, шул сәбәпле ураҙаларының сауабы кәмей, ә ҡайһы саҡта хаталар хатта ураҙаның боҙолоуына ла килтерә. Ғибәҙәттең дәрәжәһен, ҡиммәтен һаҡлап ҡалыр өсөн йыш осрай торған ҡайһы бер хаталарҙы барлап сығайыҡ.
* Мәғлүм булғанса, һәр бер эш ниәттән башлана.Рамаҙан айының ураҙаһын ғәҙәттә кис, таң атҡансы, сәхәр ашағандан һуң ниәтләйҙәр. Ҡайһы берәүҙәр сәхәрҙе йоҡлап ҡалыуҙы сәбәп итеп, уразаға кермәйҙәр. Был дөрөҫ түгел: әгәр ниндәй ҙә булһа сәбәп менән сәхәэселмәйсә ҡалһа, ураҙаны һуңыраҡ та ниәтләп ҡуйырға мөмкин (Рамаҙан ураҙаһын өйлә намазына тиклем ниәтләргә яҡшы). Әммә шуны онотмаҫҡа кәрәк: сәхәргә, уның ваҡытына ҡарата вайымһыҙ булыу һис тә дөрөҫ тә түгел.
* Хаталарҙың тағы береһе – ураҙаны ашҡаҙан менән генә тотоп, тәндең башҡа өлөштәрен был ғибәҙәттә ҡатнаштырмау: мосолмандар ураҙаға ниәтләп кергәндән һуң, аяҡ-ҡулдарын ла, күҙ-ҡолаҡтарын һәм телен ла "тыйып тоторрға", йәғни гонаһлы йәки гонаһҡа йүнәлеш биреүсе һүҙ-ғәмәлдәрҙән һаҡланырға тейеш. Әгәр ураҙалағы кеше ғәйбәттән, насар һүҙҙәрҙән, күҙ зинаһынан һаҡланмаһа, башҡаларға ҡулы йәки теле менән зыян килтерһә, уның Рамаҙан ғибәҙәте, һис шикһеҙ, кәмселекле була.
* Ураҙаға кергәс, ҡайһы берәүҙәр һүлпәнәйеп, һүрәнләнеп китеп, көндө ялҡаулыҡта үткәрә, ваҡытты йоҡлап йәки әллә ниндәй бер файҙаһыҙ эш менән уҙҙырырға тырыша. Шулай уҡ был киң таралған хаталарҙың береһе, сөнки Рамаҙан айында мосолмандар ваҡыттарын ҡояш батыуын пассив көтөп түгел, ә активлыҡты юғалтмайса, донъя эшен дә башҡарып, ысын күңелдән ғәмәл-ғибәҙәт тә ҡылып үткәрергә тейеш.
* Ураҙа тотҡан ваҡытта ҡайһы берәүҙәрҙең ас тороу сәбәпле асыуҙары ҡабара, шул сәбәпле улар яҡындарына ҡысҡыра, үҙҙәрен агрессив тота. Һис шикһеҙ, был хәл Ураҙа тотоуҙа тәжрибәһе булмаған, ошо ғибәҙәттең асылын тағы белеп бөтөрмәгән кешеләр менән булырға мөмкин. Сабырлыҡ етмәү, насар ғәҙәт, башҡаларға тупаҫ мөғәмәлә күрһәтеү ураҙаның дәрәжәһен төшөргәнен онотмаҫҡа кәрәк.
* Ҡояш байып ахшам намаҙына аҙан ишеткән мәлдә ҡайһы берәүҙәр аҙан һүҙҙәрен тыңлап бөтмәйсә ауыҙ аса башлайҙар. Динебеҙҙә аҙанға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп тороу урынлы. Шуға күрә тәүге осорҙа аҙан һүҙҙәрен эстән тағы бер ҡат, аҙан доғаһын ҡылырға, унан һуң ғына емеш-еләк ҡабып йәки һыу йотоп ашай башлау кәрәк.
* Ауыҙ асҡандан һуң, ғәҙәттә, башта ахшам намаҙы уҡыла, унан һуң ғына өҫтәл өҫтөндә ултырып, ризыҡланырға мөмкин. ҡайһы берәүҙәр: "Әй, намаҙ ваҡыты сыҡмай әле, өлгөрәм!" – тип башта ашарға ултыралар, унан һуң ғына ғибәҙәт уҡыйҙар. Һис шикһеҙ, шулай эшләргә ярамай. Башта ахшам намаҙын уҡып, һуңынан тыныс күңел менән ризыҡланып ултырыу хәйерлерәктер... Шуныһы ла хаҡ: ауыҙ асып ебәреү ваҡытын күп тотҡарларға ла ярамаҫ.
* Хаталарҙың тағы береһе – киске ифтар ваҡытында артыҡ күп ашау. Көнө буйы аслы-туҡлы торғандан һуң ашҡаҙанды кинәт тултырыуҙан һаҡланырға кәрәк.
* Рамаҙан айында ауыҙ асып ифтар ҡылғас, йәстү намаҙынан һуң уҡыла торған Тәрәүих намаҙына ла битараф булмау мөһим. Әлеге намаҙҙы уҡыуға битарафлыҡ Рамаҙан айындағы хаталарҙың береһе.
* Рамаҙан айы ахырындағы Ҡәҙер кисәһенә һәм иғтикәф ғибәҙәтенә тейешенсә иғтибар бирмәү ҙә хата булып һанала. Шулай итеп, Рамаҙан айында беҙ фарыздарҙы үтәп, гонаһтарҙан баш тартыу менән бергә үрҙә тип алынған хаталарҙан ла һаҡланһаҡ ине. Ғибәҙәттәребеҙ ысын мәғәнәһендә һәм иң мөһиме ҡабул булһын.

Автор:
Читайте нас: