Хөрмәтле мосолмандар бер йыл буйы көтөп алған изге Рамаҙан айы башлана. Рамаҙан айы – ул динебеҙҙең төп бер терəге. Аллаһы Тәғәләнең иң бөйөк ниғмəттəренең береһе. Был ай – ураҙа тотоу, нəфел намаҙҙар уҡыу, хəйер-саҙаҡалар таратыу, Ҡөрьəн уҡыу айы. Бихисап хəҙистə бəйəн ителгəнсə, был мәлдә Йəннəт ишектəре асыла, шайтандар бығаулана, изге ғəмəлдəр өсөн сауаптар арта, доғалар ҡабул була, мосолмандарҙың дəрəжəлəре күтəрелə һəм гонаһтары ғəфү ителə.
Бер йыл буйы көтөп алған Рамаҙан айын изге уй-ниәттәр менән башлап, хаталарыбыҙҙан арынып, гонаһтарҙан йыуылып, бөтәбеҙ ҙә һау-сәләмәт, теүәл булып тамамларға яҙһын!
Айнур ҠӘҘИМОВ, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе
Көйөргәҙе районының барлыҡ мосолмандарын изге Рамаҙан айы башланыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Был изге ай беҙҙең күңелдәребеҙҙе иман нурына ҡойондорһон, яҡшы яҡҡа үҙгәртһен! Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе ҡайғы-хәсрәттәрҙән, үҙ-ара үпкәләшеүҙәрҙән, ауырыу һәм юғалтыуҙарҙан һаҡлаһын.
Балаларыбыҙ, уларҙың ата- әсәләре һау сәләмәт булһын, улар бер-береһен ихлас күңелдән яратһын һәм ихтирам итһен!
Изге Рамаҙан айында уҡылған һәр намаҙыбыҙ күңелдәребеҙгә барып етһен.
Хоҙай Тәғәләгә һыйынып иҫәнлектә-һаулыҡта, татыулыҡта ғүмер итәйек. Рамаҙан айы хәйерле үтһен.
Юлай ИЛЬЯСОВ, Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы
Күмертау ҡалаһы мосолмандарын изге Рамаҙан айы менән тәбрикләйем!
Мосолмандар өсөн матур был ай яҡшы эштәр, яҡты уйҙар менән тулһын. Донъялар именлеге, ғаиләләрҙә татыулыҡ, муллыҡ-байлыҡ, бәрәкәт насип булһын. Ихлас күңелдән ҡотлап, барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, рухи көс, күңелдәр сафлығы, тотҡан ураҙаларҙың ҡабул булыуын теләйем.
Олег ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы