Улар организм тарафынан оҙаҡ эшкәртелә һәм асығыуҙы баҫа. Финик емешен ашарға кәңәш итәләр. Ул шәкәргә, эре күҙәнәкле туҡымаға (клетчатка), углеводтарға, калий һәм магнийға бай. Баҙам емеше (миндаль) организмды протеин һәм файҙалы майҙар менән туйҙырыр. Шулай уҡ банан да сәхәр ашағанда бик файҙалы. Уның составындағы магний, калий һәм углеводтар йөрәккә көс бирә.
Ифтарға (ауыҙ асыу) ниндәй аҙыҡ әҙерләргә?
Әлбиттә, таҙа һыу кәрәк буласаҡ. Ғәҙәттә бер семтем тоҙ һәм йотом һыу менән ауыҙ асалар. Бәғзеләр финик емеше менән һыу эсә. Финик емеше шунда уҡ ҡанда көнө буйы етмәгән шәкәр кимәлен арттыра. Шунан һуң ифтар доғаһын - киске намаҙ уҡырға кәрәк. Киске ашҡа артыҡ майлы, ныҡ тоҙло булмаған аҙыҡ кәңәш ителә. Аҡ ондан бешерелгән аҙыҡты күп ашарға ярамай - ул ашҡаҙанға йәбешә һәм эс ауыртасаҡ. Итле, йәшелсә ҡушылған, ярмаларҙан әҙерләнгән ашамлыҡтар рөхсәт ителә. Әгәр ҙә балыҡ ашаһағыҙ, йәки ҡәһүә эсһәгеҙ - сәхәргә тиклем етерлек кимәлдә һыу эсергә тырышығыҙ, сөнки был продукттар ныҡ һыуһата.
Һис шикһеҙ, ураҙа ваҡытында организм токсиндарҙан һәм шлактарҙан таҙара. Әммә уны ябығыу өсөн генә тоторға ярамай. Ураҙаны беҙ Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыу һәм сауаптарға ирешеү өсөн тотабыҙ. Шундай ниәт менән тотмаһаң, ураҙа буш асығыуға тороп ҡала. Ураҙаларыбыҙҙы имен-һау ғына тотоп бөтөп, Аллаһ рәхмәтенә һәм сауаптарға ирешергә яҙһын, сәләмәтлек бирһен.