Все новости
Иман
24 Марта 2023, 12:37

Күстәнәс

Ураҙа тотҡан булмаһа ла, саҡырғас, бармай ҡалһаң, гонаһ булыр тип киттек. 

Күстәнәс
Күстәнәс
Нурия Хәлилова, үҙе быйыл тәү башлап, ифтар үткәрергә булған да, бына беҙ ишек төбөндә торабыҙ. 
Дини-мәҙәни Үҙәк тип аталған бина ҡаршында. Элекке ҡала типографияһы ул, шуның беренсе ҡатында Үҙәк яһанылар, ҡалған майҙанды ла күпме һорамаһындар ("ҡатын-ҡыҙ мәҙрәсәһе итәбеҙ"), уны биреп ҡуйырға теләктәре бик юҡ ахры, һаман һуҙалар. Әле Хәбировҡа ла яҙғандар, һуңыраҡ нисек булыр - күрербеҙ. 
- Бында ирҙәр булмаймы әллә?- ир-ат заты ҡала мәсетенә йыйыла тигәйнеләр, шуға һораныҡ, шау ҡыҙҙар ғына булһа... Был нишләп йөрөй икән тип аптырарҙар. Эстә ике ир бар икән, торараҡ Урал Ибраһимов килде, хәләл ефете менән. Күңеллерәк булып китте, ирҙәр йыйылһа, һүҙ мотлаҡ сәйәсәт, спорт тураһында була торған. Йәки ҡыҙ-ҡырҡын хаҡында. Дини байрамда теманы ла шул юҫыҡҡа борҙоҡ - донъяуи хәлдәр, иман, ил, халыҡ. 
Намаҙҙан тороп ҡалдыҡ. Был гонаһтырмы, бер егет аһылдап килеп инде: баттым, этешегеҙ әле. Машинаһы ҡорһағы менән ҡарға терәлеп ултырған, баҡһаң, уны этеп-тартып йөрөгәнсе намаҙға ултырып өлгөргәндәр. Намаҙ бүлмәһенә керергә батырсылыҡ итмәнек, әллә ярай, әллә юҡ. 
Ифтар ашын Нурия апай үҙе бешергән, РПЛИ ҡыҙҙары ла ярҙам иткән тинеләр. Күңел һалып әҙерләгәндәр, тәмле булды. 
...Ҡайтырға сыҡҡас, арттан кемеһелер йүгерҙе: күстәнәс алманығыҙ ҙа баһа, бына тоҡсай. Ҡуй сәле, рәхмәт, - ошолай тип ҡотолдоҡ, күстәнәсте былай ҙа күп итеп тейәнегеҙ, беҙҙе - диндән алыҫыраҡ торғандарҙы - аҙ булһа ла иманға ҡағылдырҙығыҙ. Үҙәккә килгән матур йәмәғәтте күрҙек, аралаштыҡ. Һеҙҙең нурығыҙҙы күңелгә һалып ҡайтып киттек. Рәхмәт. 
Автор:
Читайте нас: