Һәр кем сауаптар алырға ашҡына, әлһәмдулилләһ. Быйыл ураҙа тотҡан кешеләр ҙә күп. Пәйғәмбәребеҙ хәҙисендә: әгәр ҙә әҙәм балаһы белһә ине ураҙаның файҙаһын , көндә ураҙа булыуын теләрләр ине"- тине.
Кисәге ифтар мәжлесен мәсетебеҙҙә лә актив эштәр башҡарған Зөлхизә апай Сабанчина, туғандарын, күршеләрен, ауылыбыҙ хөрмәтле кешеләрен йыйып , ҙур табын әҙерләп үткәрҙе. Был ифтарҙа ла бөтә шарттар үтәлде. Ауыҙ астырыу, Аҡшам намаҙы, Рамаҙан айы тураһында вәғәз, ҡөрьән уҡып мәрхүм ата-әсәләрен, туғандары рухына бағышлап, апайҙары, мырҙаһы Фирҙәт ағайҙың да биреп ебәрелгән хәйер саҙаҡаларын да таратышып алдылар. Килгән ҡунаҡтарға төрлө тәмле ризыҡтар менән һый күрһәтте. Рәхмәт яуғырҙары. Сауаптары насип булһын, тотҡан ураҙалары, доғалары, ниәт, теләктәре ҡабул булһын ошо изге Рамаҙан айында. Әмин.
Туғандар менән һәр ваҡыт татыу булайыҡ.
.