Все новости
Иман
31 Марта 2023, 15:50

Мәсет ишектәре һәр саҡ асыҡ

Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәләнең бер киң рәхмәте бар.

Мәсет ишектәре һәр саҡ асыҡ
Мәсет ишектәре һәр саҡ асыҡ

Әгәр берәй кем ураҙа тотҡан кешеләрҙе саҡырып, ауыҙ астырһа, ифтар мәжлесе ойоштороп ебәрһә, ошо ураҙа тотҡан кешеләрҙең сауабы шул кешегә лә яҙылыр тип әйтелә. Шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә уның белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарын ярлыҡар. Ураҙа тотҡан берәй кешегә ауыҙ асырға бер хөрмә, йә баллы һыу биргән, уны ризыҡландырған кешегә Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоу сауабтарын бирер.
Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылы "Зөлхиә" мәсетендә йылдан йыл ифтар үткәреүселәр, йәки ауыҙ астырыусылар күбәйә. Был бик яҡшы күренеш. Бер беребеҙгә ихтирам күрһәтеп, үрнәк булып, яҡшы ғәмәлдә булайыҡ туғандар.
Кисә Яҡуп ауылы мәсетендә ифтар ойоштороусы Әмир һәм Руфия Ғайсиндар, Әнүрбик һәм Дилара Искәндәровтар, Рәсимә Искәндәр ҡыҙы Умарова булды.

Уларға ныҡлы һаулыҡ, именлек, эштәренең һәр ваҡыт уң булыуын, бәлә ҡаҙаларҙан, яман күҙҙәрҙән, яман һүҙҙәрҙән Хоҙай үҙе һаҡлауын теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, ҡәҙер хөрмәттә йәшәргә яҙһын һеҙгә.

Илсаф хәҙрәткә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Мәсет ишектәре һәр саҡ асыҡ, аҙан тауышы яңғырап тора, мәсет эсе йыһазландырылған, бар яҡлап та тәртип.

Автор:
Читайте нас: