Все новости
Иман
31 Марта 2023, 11:22

Тормоштоң йәме

Кисә мәсетебеҙҙә ифтар мәжлесен үткәреү ауылыбыҙ хөрмәтле кешеләренән Түләковтәр ғаиләһенә насип булды.

Тормоштоң йәме
Тормоштоң йәме

Әссәләму ғәләйкум хөрмәтле ауылдаштар. Туғандар менән бергә татыу булыуың ҡалай бәхет, тормоштоң йәме лә.
Кисә мәсетебеҙҙә ифтар мәжлесен үткәреү ауылыбыҙ хөрмәтле кешеләренән Түләковтәр ғаиләһенә насип булды. Мәрхүмдәр, Шәкүр Ваһап улы һәм Фатима Сабирйән ҡыҙының ейәндәре ауыл мәсетендә йыйылышып, ҙур табын әҙерләп, намаҙға килгәндәрҙе ауыҙ астырҙылар.
Аҡшам намаҙын йәмәғәт менән уҡылды, тәмле итеп бешерелгән тәғәмдәр ашалғандан һуң мәрхүмдәрҙең рухтарына аяттар уҡыныҡ. Мәрхүмдәр рухы шат, ҡәберҙәре яҡты, ғәзиз имандары юлдаш булһындар. Зәкәт, ғөшөр, фитыр һәм фидиә саҙаҡалары тураһында вәғәздәр уҡылып йәстү, тәрәүих, витр намаҙы менән тамамланыҡ.
Был ифтар мәжлесен ойоштороусыларға иҫәнлек- һаулыҡ, ураҙа тотҡан сауаптарын насип итһен Раббыбыҙ. Ошо изге айҙа ниәттәре ,теләктәре ҡабул булһын.Туғандар араһы һәр ваҡыт яҡын булып, татыу булып йәшәп, олатай-өласәйҙәре Шәкүр һәм Фатима мәрхүмә әбейҙәре ҡыуанып ятһындар. Әмин.

Фарход АҘНАБАЕВ,
Яҡшымбəт ауыл мəсете имам-хатибы

Автор:
Читайте нас: