Беренсе хөтбә
Тотҡан ураҙаларыбыҙҙы Аллаһ Тәғәлә ҡабул итеп алһын, әмин. Был ай мосолмандар өсөн иң мөһим айҙарҙың береһе, сөнки унда динебеҙҙең биш рөкөнөнөң береһе – фарыз ураҙа үтәлә. «Эй һеҙ, иман килтергәндәр! Һеҙгә тиклем йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителде – Аллаһтан ҡурҡыусыларҙан булыуығыҙ өсөн», – тиелгән Ҡөрьәндә. («Һыйыр» сүрәһе, 183 аят). Көслө хәҙистә әйтелгәнсә: «Ислам биш рөкөнгә нигеҙләнгән: 1) “Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, һәм Мөхәммәт – Уның рәсүле” тип шәһәдәт итеү, 2) намаҙ уҡыу, 3) зәкәт түләү, 4) Рамаҙан айында ураҙа тотоу һәм 5) Аллаһ йортона хаж ҡылыу» (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Ниндәйҙер өйҙөң бер рөкөнө (нигеҙ ташы) йығылһа, ул өй ҙә емереләсәк. Шулай уҡ Рамаҙан айындағы ураҙаны инҡар иткән кеше – намаҙ уҡыһа ла – диндән сығып китә. Рамаҙан ураҙаһын еренә еткереп тотҡан кеше бынан алдағы гөнаһтарынан таҙарынасаҡ: «Кем Рамаҙан ураҙаһын ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән тотоп сыҡһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер. Кем Рамаҙан айында ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡылһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер. Кем Ҡәҙер кисендә ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡылһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер», – тиелгән хәҙистә. (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Шулай уҡ: «Рамаҙан айы килһә, йәннәт ишектәре асыла, ут ишектәре ябыла, шайтандар бығауға ултыртыла», – тиелгән. (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). Шулай уҡ: «Ураҙа – ул ҡалҡан. Ураҙа тотҡан кеше ирешмәһен, яһил кеше һымаҡ ҡыланмаһын. Әгәр уның менән кемдер һуғышырға йә ирешергә теләһә, ул: “Мин ураҙала, мин ураҙала” – тип ике тапҡыр әйтһен. Минең йәнем ҡулында булған Аллаһ менән ант итәм: ураҙа тотҡан кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ хозурында миск еҫенән дә хушлыраҡ. Аллаһ Тәғәлә әйтә: “Ураҙа тотоусо үҙ ашынан, эсемлегенән, шәһүәттәренән Минең өсөн баш тарта. Ураҙа – Миңә, һәм уның өсөн Мин үҙем бүләкләйем. Ә бер яҡшы эш өсөн ун ҡат бирелер», – тиелгән. (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). «Ураҙа – ул ҡалҡан» тигән һүҙ был ғибәҙәттең йәһәннәмдән һаҡланыу икәнен күрһәтә. Икенсе бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Кем Аллаһ юлында бер көн ураҙа тота, шуның йөҙөн Аллаһ Тәғәлә уттан етмеш йылға йырағайта». (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Әбү Үмәмә исемле сәхәбә пәйғәмбәребеҙгә (ﷺ) «Миңә берәй ғәмәл бойор, һинән алып ҡалайым» – тигәс, ул: «Ураҙа тот, уға тиң нәмә юҡ!», – тине. (Ән-Нәсәи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙҙең (ﷺ) хәбәр итеүенсә: «Йәннәттә бер ишек бар, уның исеме “Раййән”. Ул ишеккә Ҡиәмәт көнөндә ураҙа тотоусолар инеп китер, ә уларҙан башҡа бер кем дә инмәҫ...». (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Шулай итеп, Рамаҙан айында беҙгә гөнаһтарыбыҙҙан таҙараныу өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла. Ҡылған гөнаһтарыбыҙ өсөн үкенеп, тәүбә ҡылып, ураҙаға кереп китәйек. Әгәр бынан алда намаҙ уҡымаған булһағыҙ, уны тиҙерәк өйрәнеп алып, биш намаҙға баҫығыҙ. Рамаҙан айында шайтандар бығаулана, тимәк уларҙың тәьҫире лә кәмей – шундай ваҡытты ҡулланып ҡалырға ашығайыҡ! Бөтә ислам донъяһы Ҡөрьәнгә, намаҙҙарға, зикергә бирелгәндә, беҙ ҙә ситтә ҡалмайыҡ!
Икенсе хөтбә
Ураҙа тотоусоноң әҙәбе тураһында ла һөйләп үтәйек. Ураҙа тотҡан кеше таң атыуҙан (иртәнге намаҙ кергәндән) ҡояш байығансы (аҡшам намаҙ кергәнгә тиклем) ашамаҫҡа, эсмәҫкә, енси яҡынлыҡ ҡылмаҫҡа тейеш. Ләкин ураҙа ғибәҙәте был ғәмәлдәргә генә ҡайтып ҡалмай – ураҙалы кешенең рухи хәләте лә башҡа көндәрҙән айырылып торорға тейеш. Рамаҙан айында намаҙҙарҙы теүәл ҡылырға тейешбеҙ; ғәйбәт һөйләп йә тыңлап, харам нәмәгә ҡарап (мәҫәлән, сит ҡатындарға), ғөмүмән, ниндәйҙер гөнаһ ҡылып йөрөргә тейеш түгелбеҙ. Юҡҡа ғына пәйғәмбәребеҙ (ﷺ): «Кем нахаҡ һүҙ һәм шул һүҙгә ярашлы эштәрен ташламай, шуның ашамлыҡ һәм эсемлеген ҡуйып тороуона Аллаһтың хәжәте юҡ», – тимәгән бит. (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Шуға ла ураҙала булған кешегә: «...ирешмәһен, яһил кеше һымаҡ ҡыланмаһын» тип бойоролған. Джәбир исемле ғалим шундай кәңәш биргән: «Ураҙа тотһаң, ҡолаҡтарың, күҙҙәрең, телең дә ураҙала булһын. Ялған һүҙҙәр һәм гөнаһтарҙы ташла, күршеңде рәнйетмә, ҡиәфәтеңдә етдилек һәм тыныслыҡ күренһен. Ураҙа көнөң менән ябай көнөңдө береш, оҡшаш итмә».
Ураҙаға кермәҫ борон сәхәр ашын ашау хуп күрелә. (Иң аҙында һыу ғына булһа ла эсеп алығыҙ). Был – мосолмандарҙы яһүд менән христандарҙан айыра торған үҙенсәлек. Сәхәр тураһында пәйғәмбәребеҙ (ﷺ): «Сәхәр ашағыҙ (эсегеҙ). Сәхәрҙә бәрәкәт бар!» – тигән. (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Шулай уҡ ураҙа әҙәбенең береһе – ауыҙ асыуҙы (фытр, йәғни ураҙанан сығыуҙы) иртәрәк башлау. Пәйғәмбәребеҙ (ﷺ): «Кешеләр фытрҙарын иртәрәк ҡылһалар, хәйерле эштән өҙөлмәҫтәр», – тигән. (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Ураҙанан сығып, ауыҙ асҡан ваҡытта «Ҙә́һәбәҙ-ҙа́мә, үәбтә́лләтил ғүру́ҡ, үә ҫә́бәтәл ә́джру ин шә́ Алла́һ» («Һыуһын ҡандырылды, тамырҙар һыуланды, сауап тороп ҡалды, ин шә Аллаһ») тип әйтеү хуп күрелә. Сәхәрҙән фытрға тиклем ураҙала йөрөгән ваҡытта күберәк доғалар ҡылырға тырышығыҙ – бер көслө хәҙистә әйтелгәнсә, ураҙа тотоусоноң доғаһы кире ҡағылмай, ҡабул була.
Шулай уҡ Рамаҙан айында мосолмандар мәсеттәрҙә тәрәүи́х намаҙы ҡылалар. Тәрәүих – һигеҙ йә егерме рәкәғәттән торған, Рамаҙан айына ғына хас булған сөннәт намаҙы. Уны ҡылыу фарыз булмаһа ла, кеше был сауап йыйыу форсатын юғалтмаҫҡа тейеш. «Кем Рамаҙан айында ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡылһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер...», – тиелгән бит. Ниндәйҙер сәбәтән кеше тәрәүихте мәсеттә ҡыла алмаһа, ул уны үҙ өйө эсендә, яңғыҙы йә ғаиләһе менән дә ҡыла ала.
Рамаҙан –Ҡөрьән ингән ай. Шуға ошо айҙа Ҡөрьәнде мөмкин ҡәҙәр күберәк уҡырға кәрәк. Әүәл сәләфтәр Рамаҙан айы кереү менән Ҡөрьәнде бик күп уҡығандар, кемдер уны өс көндә, кемдер ете көндә тулыһынса уҡып сығыр булған. Шулай уҡ Рамаҙан айында ураҙа тотоусоларҙы саҡырып ауыҙ астырыу – ҙур изге ғәмәл. Хәҙис: «Кем ураҙа тотоусоға ауыҙ астыра, шуға уның әжере ҡәҙәр әжер бирелер, тик бының арҡала ураҙа тотҡан кешенең әжере кәмемәҫ» (Әт-Тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Аллаһ Тәғәлә киләсәк ураҙабыҙҙы ҡабул ҡылып, Рамаҙанға тиклем булған хәлебеҙҙе үҙгәртһен, күңелдәребеҙҙе таҙартып, иманыбыҙҙы тағы ла арттырһын, әмин!
Ишморат Хәйбуллин.
«Йома хөтбәләре» китабынан.