Ҙур станоктар эшләп торор ине - гәзиттәрҙе баҫтылар. Шунлыҡтан, гелән гәзит еҫе лә аңҡып торор булды.
Кем уйлаған, аҙ ғына ваҡыт үтер һәм был Күмертау ҡалаһы типографияһы мосолмандар өсөн изге урынға әйләнер тип. Әле был бинала - мәҙәни-дини Үҙәк. Дәрес тә алалар бында, төрлө дини байрамдар ҙа ойошторалар. Кисә сираттағы ифтар үткән. Гәзит еҫе түгел, ә тәмле аш еҫтәре танауҙы ҡытыҡлаған, станок тауыштары урынына доғалар яңғыраған.