-3 °С
Облачно
(Был насар хәл тураһында алдараҡ яҙғайныҡ - "Юшатыр")
Әммә күмәк көс менән әлеге көндө мәсетебеҙҙе яңынан тергеҙеү эштәре әүҙем бара. Ауылыбыҙ ир-егеттәре Ураҙа байрамына һис шикһеҙ өлгөртөргә тырышабыҙ тигән һүҙҙәре һәммәбеҙҙе шатландырҙы.
Күркәм Рамаҙан айында, йылда ауылыбыҙ Ағинәйҙәре һәм "Ынйылар" халыҡ фольклор коллективы ҡыҙҙары, ифтар мәжлесен үткәреүе матур йолаға әүерелде. Быйыл да мәсетебеҙ ярайһы хәлдә булмауына ҡарамаҫтан, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ошо йоланы үткәрмәй ҡалманы.
Шишәмбе кис, ауылыбыҙ мәҙәниәт йортонда ҡоролған ифтар табынына 50-нән ашыу ололар килде...
Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА, Яҡут ауылы
Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды.