Все новости
Иман
15 Апреля 2023, 08:29

Матур йәмәғәт

- Атай, ниңә улай оҙаҡ булдың?

Матур йәмәғәт
Матур йәмәғәт
- Атай, ниңә улай оҙаҡ булдың?
Район башлығы урынбаҫары Тимур Иҙрисов, бер кистә ифтарға барып ҡайтҡас, улы шулай тип һораған. Көнө буйы эштән бушамаған чиновниктың малайы, бәлки, атаһын һағынғандыр, бергә булырбыҙ тип уйлағандыр, ә уныһы мәсеткә киткән дә барған. Ярар, барып ашар ҙа ҡайтыр, тиҙ булыр (өйҙә оҙаҡ итеп ултырмайҙар ҙа инде өҫтәл артында) тиһә.... 
Ҡыҫҡаһы, кисәге Күмертау мәсетендәге ифтарға Тимур Нәсибулла улы улын үҙе менән алып килгән. Күрһен бәләкәс, дин нисек була икәнен, оло ағайҙары менән танышһын, Һүҙ ишетһен...
Халыҡ ныҡ күп ине мәсеттә, нимәһе күҙгә ташланды: йәштәр күп. Т. Иҙрисовтыҡы һымаҡ бәләкәй балалар күп. Матур йәмәғәт - диндең тәьҫирелер, моғайын, бер-береһенә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлылар. 
Таныш йөҙҙәрҙе эҙләйбеҙ, улары ла байтаҡ. Зиннур Исхаҡов, Йәүҙәт Усманов. Ҡала хакимиәтенән Әнүәр Уразаев. 
- Эштән тура килдем, - тине Күмертау хакимиәтенең эштәр идарасыһы, тәҙрәнән ҡараңғы тышҡа ҡарап.  
Материал киләһе һанда гәзиттә тулы килеш баҫыла.  
Автор:
Читайте нас: