+20 °С
Облачно
Ошондай һорау биргәйнек теге саҡ Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы имам-мөхтәсибе Айнур Ҡәҙимовҡа. Хәҙрәт оҙаҡ уйлап торманы, яуабын шунда уҡ бирҙе:
- Һәйбәт эшләй, - шунан өҫтәне, - мәсеткә халыҡ йөрөй-йөрөмәй, унда төрлө саралар үткәрелә-үткәрелмәй икәне ауыл имамынан тора, ә Абдул ауылының "Шәмсетдин" мәсете имамы - шәп егет.
Шулайҙыр, йоҙаҡ эленеп торған мәсеттәр ҙә бар, юғиһә, районда, абдулдар был йәһәттән уңды.
Һәйбәт мәсеткә, билдәле, ситтән дә кеше күп килергә тейеш, кисә тап шулай булған да: ауылға Нурия менән Наилә апайҙар килгән. Былай ҙа нурлы мәсет тағы ла нығыраҡ нурға ҡойонған...