Все новости
Иман
20 Апреля 2023, 15:27

Берҙәмлектә - көс!

Яҡут ауылы мәсете ураҙа байрамына йыйыштырылып, тәртипкә килтерелде. 

Берҙәмлектә - көс!
Берҙәмлектә - көс!

Янғындан һуң мәсеттә ҙур ремонт эштәре башҡарҙылар, өмәгә халыҡ әүҙем йөрөнө, һәр бер кеше ҡулдан килгән тиклем ярҙам итте. Беҙҙә халыҡ берҙәм инде ул, Аллаға шөкөр, бөгөн дә күмәкләшеп килеп эшләп тә ҡуйҙылар. Мәсет, зыярат, урамдарҙы йыйыштырып тотоуҙың, өмәләрҙә ҡатнашыуҙың һауабы ҙур. Ололата ярҙамға килгән Әҡлимә апайға, Нәсима апайға, Рафиҡ ағайға ҙур рәхмәт! Өмәселәребеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, балалар ҡыуанысы, бәрәкәтле ғүмер насип булһын!
Ураҙа байрамын да бергәләп үткәрергә насип булһын.

Был күңелһеҙ хәл тураһында алдараҡ яҙғайныҡ. 

Автор:
Читайте нас: