Все новости
Иман
21 Апреля 2023, 14:09

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!

Ошо изге айҙа ҡылған һәр бер иманлы ғибәҙәттәребеҙҙе, тотҡан Ураҙаларыбыҙҙы ҡабулдарҙан ҡылһын Аллаһы Тәғәлә.

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!
Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!

Байрам хөрмәтенә Мөхтәр һәм Марат Ялсыҡаевтар ҡорбан салдылар, ғәйет намаҙынан һуң ауыл халҡына ҡорбан ашы һәм тәмле былау менән һыйланылар. Бар ауыл халҡы исеменән уларға рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Байрам һыйы менән өҫтәлдәр һығылып торҙо. Мәсетебеҙҙә ялт итеп тора уны байрамға өлгөрткән егеттәргә лә ҙур рәхмәтлебеҙ, оҙаҡ ҡыуанысҡа булһын, бәлә ҡазалар урап үтһен. Илдәребеҙ тыныс, кугебеҙ аяҙ булһын! Барығыҙға ла һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ғаилә бәхете теләйем! Күңел тыныслығы , бәрәкәтле тормош, сәләмәтлектә йәшәргә яҙһын һәммәбеҙгә лә.

Автор:
Читайте нас: