Башҡа мәсеттәрҙәге кеүек үк, Яҡут ауылында ла изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы уңайынан вәғәз тыңланылар.
Һәр бер мосолман, ихлас күңелдән бер- береһен ҡотланы бөгөн.
Ай буйына Ураҙа тотҡан ауылдаштарыбыҙ, ай буйына Ифтар аштарында йөрөп, бик фәһемле, төнгө намаҙҙар менән үткәрҙеләр.
Изге Рамаҙан айы тамамланды.
Мәсеттә Тәрәуих намаҙы уҡыған ауылдаштарыбыҙға "Күңел Нуры" ағзалары сәй табыны әҙерләне! Барлыҡ эштәрен ташлап изге теләктәр теләп йөрөгән балаларға, улдарыбыҙға, ағайҙарға ҙур рәхмәт. Мәсетте ҙур тәртиптә тотоп, мохтаждарға ярҙам итеп, ҙур һауаплы эш башҡаралар!
Был көндәрҙә һәр бер мосолмандың теләге; Туғандарыбыҙҙың, яҡындарыбыҙҙың, балаларыбыҙҙың һаулығы һәм именлеге өсөн, доға ҡылабыҙ!
Уртаҡ ғәзиз йортобоҙ Башҡортостаныбыҙ- тыныслыҡ, татыулыҡ, йорто булһын!
Бөгөнгө көндә көрәшсе яүгирҙәребеҙ өсөн айырыуса доға ҡылабыҙ, иҫән- имен йөрөһөндәр!
Рамаҙан айы нурлы йөҙө менән килеп кереп, байтаҡ изге ғәмәлдәрен эшләтеп китеп барҙы, инде һәр бер мосолманға киләһе Рамаҙан айҙарын күрергә насип булһын! Иншаллаһ!