Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Апрель , 18:15

Шәп булды

Һаумыһығыҙ, эй шәпһегеҙ ҙә инде, күҙҙәр теймәһен

Шәп булды
Шәп булды

Ҡотлоюлдан ҡайтып, телефонды ҡулға алһам, Ҡотлоюл мәсетендә үткәрелгән сараның фотолары тора, Бөгөн беҙҙең Яҡшымбәт ауылының мөслимәләре барып, Ҡотлоюл мәсетендә ҙур сара үткәрҙек, "Йома көн-изге көн" - сарабыҙ шулай аталды. Мин үҙем мәсет асылғандан бирле һәр йома барып, дини дәрестәр үткәрәм, был сараны ла үткәреү тураһында һүҙ булды, ихласлап, дәррәү күтәреп ниәттемде хупланылар, рәхмәт һүҙҙәремде хәҙрәтебеҙ Фарходҡа һәм мөслимәләребеҙгә еткерәһем килде, ә сараға килгәндә, ысынлап та шәп булды, сараға килгән Ҡотлоюл халҡына рәхмәт һәм беҙгә Яңы ғына мейестән сыҡҡан икмәген күстейгә биргән Инсаф имамға рәхмәт, газетағыҙҙа был сара тураһында ла яҙып үтһәгеҙ, бик рәхмәтле булыр инек.
Тәнзилә Бикмаева

Автор:
Читайте нас: