

Ҡотлоюл ауылы мәсете асылыуы менән уны йәмләп Рәсимә абыстайыбыҙ ауылдаштарыбыҙға матур итеп дәрестәр үткәрҙе, белем бирҙе. Үҙе, әлеге ваҡытта, Күмертау ҡалаһында Нурия апай Хәлиловала уҡып йөрөй. Беҙҙе лә уҡытырға ваҡыт таба. Күркәм, йәмле мәсетебеҙ үҙенә ылыҡтырып тора, төрлө дини саралар, йолалар үткәрелә. Бына 16 май көнө дин дәрестәре буйынса имтихан тапшырҙыҡ. Бер йыл уҡып алған белемдәребеҙҙе күрһәттек. Имтихан алырға Күмертау ҡалаһынан дини-мәҙәни үҙәктең мөдире Нурия апай Хәлилова үҙе килде. Бик йылы аралашыу булды. Нурия апай мөнәжәттәр һөйләп ишеттерҙе, һәм беҙгә Айнур хәҙрәт Ҡәҙимовтың Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иң ҙур бүләк - Ҡөръән китабын тапшырҙы. Беҙ, мөғәлимәләр, беҙҙе уҡытҡан Рәсимә апабыҙға бик ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ғәрәп хәрефтәрен, тәжвид ҡәғиҙәләрен өйрәтте, ислам дине нигеҙҙәре менән таныштырҙы ул. Тағын да шулай ауылыбыҙҙың иман йортон йәмләп тырышып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Ҡотлоюл ауылы мөғәлимәләре