

Инсаф хәҙрәт Туйгилдин бик матур итеп вәғәз һөйләне. Ҡорбан ғәйетенә район хакимиәтенең яртыһы тиерлек килеүҙәре лә шатлыҡы булды. Район башлығы Лира Рафаил ҡыҙы байрам менән тәбрикләү һүҙҙәрен әйтте. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтар араһынан Данил Зиннәт улы Акилов, Әхәт Әхтәм улы Исламғолов, Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтар ҙа матур теләктәрен еткерҙеләр. Төп теләктәрҙең береһе, әлбиттә, һуғыш бөтһөнгә ҡайтып ҡалды.
Амин, шулай булһын. Изге көндә теләгән теләктәр ҡабул булһын!