

Беҙ, ошо көндәрҙә генә, “Әбделәхәт бабай ниңә илай?” тигән материал яҙып ҡыуанғайныҡ. Бөгөн улар йәнә ҡыуаныс кисергәндәр. Иман йорттары тирәһенә ете төп ағас ултыртҡандар. Был күк шыршыларҙы уларға әсәһе ошо ауылдан булған, үҙе әле Ырымбурҙа йәшәгән Ғәҙелмурзин Алик алып биргән.
- Беҙҙең бөгөнгө ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашып Лира Рафаил ҡыҙы менән Алик Рәүеф улы ла ағас ултыртыштылар, - ти Әбделәхәт ағай Исхаков.
Әйткәндәй, Түбәнге Бабалар ауылында мәсет 26 сентябрҙә асыласаҡ.
Алдараҡ: Әбделәхәт бабай ниңә илай?