

Улар иман йортон төҙөү тураһындағы һүҙҙе 2019 йылда уҡ күтәргәйнеләр. 2024 йылдың октябрендә яйлап эште башланылар. Изге эш урындағы дин ойошмаһы рәйесе, ауыл старостаһы Әбделәхәт Исхаков инициативаһы менән башланды. Быйыл мартта улар иман йорттарының манараһын күтәреп ҡыуандылар, ә инде сентябрҙә мәсеттәрендә тәүге тапҡыр аҙан тауышы ла яңғыраны. Тирә-яғын йәмләп ағас үҫентеләре ултыртып та өлгөрҙө ауылдаштар. Һәм, ниһайт, бөгөн уларҙа мөһим ваҡиға. Түбәнге Бабаларҙың иман йорттары рәсми рәүештә асылды. Уларҙың шатлыҡтарын бүлешергә Башҡортостан Диниә назараты рәйесе- мөфтөй Айнур Бирғәлин, районыбыҙ башлығы Лира Тереғолова, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе, ахун Айнур Ҡәҙимов, ауыл халҡы һәм бик күп башҡалар килде.
- Иман йортонда аҙан тауыштары һәр ваҡыт яңғырап торһон, намаҙ уҡыусылар артһын, дини байрамдар үтһен, ғилем алыусылар булһын - мәсет буш тормаһын, - тигән теләктәр әйтелде Түбәнге Баба халҡына.
Был турала тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында баҫыласаҡ.