

Бөгөн Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөхтәсибәтенән яу яланына ВАЗ һәм УАЗ машиналары оҙатылды. Был изге сарала Башҡортостан Диниә назараты рәйесе — мөфтөй Айнур Бирғәлин һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев та ҡатнашты. Ярҙам иткән кешеләргә Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ебәрелгән ярҙам яуҙағы егеттәребеҙгә барып етеп, еңеүҙәргә өлгәшеүҙә ҙур терәк булһын, тип теләктәр яңғыраны.
Артабан Айнур Азамат улы Бирғәлин Күмертау ҡалаһының Дини үҙәгенә юлланды. Ул шулай уҡ Яҡшымбәт мәсетендә Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре менән осрашасаҡ һәм Түбәнге Бабала асыласаҡ иман йорто тантанаһында ҡатнашасаҡ.
Был турала саҡ ҡына һуңғараҡ.